+2 °С
Ясна
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 18:30
Бал боҙолмай, тиһәләр ҙә
Шулай ҙа уның файҙалы сифаттары юғалмаһын өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мөһим.
Бал боҙолмай, тиһәләр ҙә
Иң элек балды ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк. Ҡояш нурҙары туранан-тура төшкәндә был татлы ризыҡтағы биологик актив матдәләр тарҡала. Балдың тәме бынан ғына үҙгәрмәй, тиерлек. Әммә файҙаһы бермә-бер кәмей.
Һауа дымлылығы ла ҙур роль уйнай. Бал өсөн 50-65 процент дымлылыҡ етә. Артып китһә, ул һыуҙы үҙенә "һеңдерә" башлай. Был иһә балдың сифатына ғына түгел, тәменә лә йоғонто яһай. Һауаның дымлылығы ғына түгел, йылылығы ла бал өсөн мөһим. Артыҡ йылыла (температура 20-25 градустан артһа) ул әсей башларға мөмкин. Ә һалҡында балдың консистенцияһы ныҡ үҙгәрә. Шуға ла был ризыҡты 5- 15 градуста һаҡларға кәрәк.
Бынан тыш, бал һаҡлана торған бүлмәлә сит еҫтәр булмаҫҡа тейеш. Сөнки ул еҫтәрҙе үҙенә тиҙ һеңдерә.
Балды 2 йыл һаҡларға була. Унан һуң ризыҡтың сифаты ла, тәме лә үҙгәрә башлай. Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан, дөрөҫ һаҡланған осраҡта, балды 5-10 йыл ашарға була.
Балдың кристаллашыуы ул боҙолған тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, "ысын" икәнен раҫлаусы тәбиғи процесс. Әгәр һатып алған балығыҙ 4-6 ай эсендә "ултырмаған" икән — ул ысын бал түгел.
Автор:
Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: