Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2023, 22:40

38 йәшлек ир танышына бысаҡ менән һөжүм иткән

Өфөлә йәшәүсе кеше ғүмерен ҡыйырға маташыуҙа ғәйепләнә. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

38 йәшлек ир танышына бысаҡ менән һөжүм иткән
38 йәшлек ир танышына бысаҡ менән һөжүм иткән

13 февралгә ҡарай төндә 38 йәшлек ғәйепләнеүсе Баҡалы урамындағы кафе янында 37 йәшлек ир менән һүҙгә килешкән. Ғәйепләнеүсе танышының эсенә, ҡулына һәм аяғына кәмендә өс тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Зыян күреүсенең таныштары уны конфликт урынынан алып киткән һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

 

Зыян күреүсе иҫән ҡала, әле ул дауаханала ята. Ғәйепләнеүсе тиҙҙән өйөндә ҡулға алына. Енәйәтсе һаҡ аҫтына алынған. Тикшереү дауам итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: