Ҡыҙҙарҙың икеһе лә наркоман, наркотик таратып аҡса эшләгәндәр.
2022 йылдың июлендә Белорет ҡалаһының Крупская урамында тотолған улар. Береһендә шәхси ҡулланыу өсөн ике төргәк онтаҡ матдә булһа, икенсеһенең рюкзагында 30 төргәк ятҡан.
Төргәктәрҙә һатыу өсөн тәғәйенләнгән синтетик наркотиктар булыуын ҡыҙҙар үҙҙәре лә таныған.
Уларҙың һөйләүенсә, ҡыҙҙарҙың береһе криминал тауарҙы күмәртәләп, 500 грамм тирәһе, Интернет аша һатып алған (тауар ҡала ситендәге йәшерен урында булған). Наркотик таратыусылар төнө буйы үлемесле онтаҡты бер тапҡыр ҡулланырлыҡ дозаларға бүлеп, төргәктәргә төргән. Икенсе көндө төргәктәрҙең бер өлөшөн йәшерен урындарға һалып сыҡҡандар.
21 йәшлек ҡыҙҙың телефонындағы яҙыуҙарға ҡарағанда, улар утыҙға яҡын "закладка" яһап өлгөрә. Оперативниктар 26 төргәкте эҙләп таба. Наркотиктарҙың дөйөм ауырлығы 34 грамм. Шулай уҡ 21 йәшлек ҡыҙҙың бер көн алда өс грамм «синтетика»ны танышына бушлай биргәне асыҡлана.
Наркотик таратыусы ҡыҙҙарҙың эше буйынса материалдар судҡа тапшырылған. Июлдән бирле улар һаҡ аҫтында. Был турала ЭЭМ Белорет ҡалаһы буйынса бүлегенән Гүзәл Дронова хәбәр итә.
Үлемесле шөғөл менән булышҡан ҡыҙҙарға бик етди статьялар янай, уларҙы егерме йылға тиклем ултыртыуҙары ихтимал.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.