Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ЮХХДИ инспекторҙары өсөн түгел, тәү сиратта үҙегеҙ өсөн кәрәк, һәр хата артында - кемдеңдер ҡыйылған ғүмере, имгәнеүе.
Республика ҡала һәм райондарында юл-патруль хеҙмәте экипаждары полиция хеҙмәткәрҙәре менән көсәйтеләсәк. Өҫтәмә иҫкәртеү саралары ауыр юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Бөгөн кисен Өфөнөң Жуков урамында баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көсө менән водителдәрҙе күпләп тикшереү планлаштырылған.
Шундай уҡ тикшереү иртәгә Нижегородка биҫтәһенә ингән ерҙә буласаҡ.
Эскән водителдәр тураһында хәбәр итеүҙәр хуплана.
Барығыҙға ла хәүефһеҙ ял көндәре!
Фото: БР ЮХХДИ.