Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 22:50

Урал Килсенбаев: Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция барышында"Атайсал"ға әүҙем ҡушылды

Башҡортостанда 17 февралдә "Бәләкәй Тыуған илем - Атайсал" муниципаль форумы үтә. Туймазыға Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, шулай уҡ Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй, Дәүләкән, Туймазы, Саҡмағош һәм Шаран райондары, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре килде.

Урал Килсенбаев: Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция барышында"Атайсал"ға әүҙем ҡушылды
Урал Килсенбаев: Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция барышында"Атайсал"ға әүҙем ҡушылды

Урал Килсенбаев "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә, "Атайсал" проекты йылдам үҫешә, тине. Өҫтәүенә, ул үтә әһәмиәтлегә әйләнде. Һүҙ махсус хәрби операция, хәрби бурыстарын башҡарыусылар, уларға ярҙам итеүсе Башҡортостан халҡы хаҡында бара.

Урал Килсенбаевтың һүҙҙәре буйынса, төрлө-төрлө кешеләрҙең барыһын да - ауыл биләмәләре башлыҡтарын, бизнес-омбудсмендарҙы, эшҡыуарҙарҙы, ауыл халҡын яҡташтар берлеге, көсө берләштерә.

"Атайсал" проекты аша республика ҡалалары һәм ауылдары халҡы үҙҙәренең проблемаларын билдәләй, ниндәй йүнәлештә ярҙам талап ителеүен күрһәтә, ә уңышлылар үҙҙәренең бәләкәй ватанына ярҙам итә ала. Проектҡа билдәле сәйәсмәндәр, бизнесмендар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡушылды.

"Атайсал" проекты буйынса ҡала һәм райондарға яҡташтарының күрһәткән ярҙамының дөйөм күләме бер миллиард һумдан артты.

Фото: Башинформ.

 

Урал Килсенбаев: Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция барышында"Атайсал"ға әүҙем ҡушылды
Урал Килсенбаев: Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция барышында"Атайсал"ға әүҙем ҡушылды
Урал Килсенбаев: Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция барышында"Атайсал"ға әүҙем ҡушылды
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас