Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 09:52

Радий Хәбиров машиналар эшләү колледжына барҙы

Баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан уҡыу йортоноң тарихы 1941 йылдан башлана. 

Радий Хәбиров машиналар эшләү колледжына барҙы
Радий Хәбиров машиналар эшләү колледжына барҙы

Тәүҙә металл эшкәртеү һөнәрҙәре буйынса фабрика-завод училищеһы барлыҡҡа килә. Уға колледж статусы 2015 йылда бирелә. Бында 1492 кеше уҡый, шуларҙың яртыһы тиерлек "ОДК-УМПО" менән маҡсатлы килешеү буйынса.

Былтыр колледж предприятие ярҙамында "Професссионалитет" федераль программаһы буйынса 100 млн һум грант алған. Ул аҡсаны уҡыу-етештереү үҙәген төҙөүгә тотонғандар. Проектҡа республика 114,5 млн һум күләмендә аҡса һалған, "ОДК-УМПО" - 30 млн һум. Үҙәктә ете лаборатория, дүрт оҫтахана эшләй.

Башҡортостан Башлығы студенттар менән осрашты, оҫтаханаларҙа булды.

- Уҡыу йортоноң нисек үҙгәргәнен күрәбеҙ. һуңғы йылдарҙа беҙ колледждарҙың матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бирә башланыҡ. Былтыр 11 колледжда капиталь ремонт яһаныҡ. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйы күтәрелеүен дә күрәбеҙ. Урта һөнәри уҡыу йорттарына конкурс та ҙурая, күрше төбәктәрҙән дә килә башланылар. Беҙ шулай итеп предприятиеларыбыҙҙың кадрҙар мәсьәләһен хәл итәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: