Артемий Лебедев студияһы киоскылар, сауҙа павильондары, автооҫтаханалар, терраса төҙөлөштәре концепцияһын тәҡдим иткән. Уларҙың нигеҙендә башҡорт мәҙәниәтенең декоратив элементтары бар. Студия сайтында әйтелеүенсә, объекттар макеты асыҡ нейтраль төҫтә, улар тарихи мөхиткә лә, заманса төҙөлөшкә лә тура килерлек. Алтаҡталар төндә яҡтыртыласаҡ.
Беләһегеҙ, 2024 йылда баш ҡаланың юбилейы. Уны нисек тә матур, төҙөк, заманса итергә тырышлыҡ һалына. Бәлки, тап Лебедевтың дизайны хупланыр.
Фото: vk.com