Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 14:45

Күп фатирлы йорттарҙа ниңә газ һүндерелгән?

   Был мәьәләнең ҡасан, нисек хәл ителеүенә  БР Премьер-министры Андрей Назаров асыҡлыҡ индерҙе.  

Күп фатирлы йорттарҙа ниңә газ һүндерелгән?
Күп фатирлы йорттарҙа ниңә газ һүндерелгән?

 

«Мөһим иғтибарҙы талап иткән тағы ла бер мәсьәлә - республиканың ҡайһы бер күп фатирлы йорттарында газ менән тәьмин итеүҙе өҙөү.

Хөкүмәт кимәлендә был мәсьәлә менән уҙған йылдан шөғөлләнәбеҙ. Ул өлөшләтә хәл ителде, әммә уны тулыһынса хәл итеү өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итәсәкбеҙ.

Күпселек осраҡта газды һүндереү өйҙәрҙә елләтеү каналдарының һәм төтөн сығыу урындарының тейешле кимәлдә булмауына бәйле. Был системалы мәсьәлә, ул күпселек муниципалитеттар өсөн хас. Ул контролдең етерлек кимәлдә булмауына һәм хакимиәттәрҙең идара итеүсе компаниялар менән үҙ-ара һөҙөмтәһеҙ эш итеүенә бәйле.

  Бурысыбыҙ - барлыҡ проблемалы йорттарҙа тиҙерәк төтөн сығыу һәм вентканалдарҙы алмаштырыу. Был мәсьәләне хәл итеү ваҡыты бар: Өфөлә - 3 ай, Белоретта - 2 ай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, Өфө һәм Белорет хакимиәттәренә эштәрҙе финанслау сығанаҡтарын һәм механизмын билдәләргә һәм газ менән тәьмин итеүҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта тергеҙергә ҡушылды», – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: