Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 09:10

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә  һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡ буйынса киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ -4...-9 градус, урыны менән -14 градусҡа тиклем түбәнәйә.

18 февралдә лә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -11...-16 градус, аяҙытҡанда -20...-25 градус, көндөҙ -6.-11 градус.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: