Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 21:00

Иҫән ҡайтһын беҙҙең – һалдаттар!!!

Ҡуҙғалабыҙ инде ҡайтыр юлға, Ә егеттәр ҡала ҡул болғап... Шатлыҡ хисе булып алды – бик тиҙ, Кңүел алды ярһып, һулҡылдап...   Төн эсендә һөйләшеүҙәр ҡалды, Бушаныуы ҡалды йөрәктең... Тынлыҡ эҙләп тирбәлгәнен күрҙем, Һандуғасһыҙ ҡалған тирәктең...   Һалдат дуҫтар тейәп ебәргәндең, Ҡайнар сәләмдәрен һыуытмам... Матросымдың ҡайнар күҙ нурҙарын, Үлгән сағымда ла онотмам...   Көтһөн беҙҙе әсәм доғаһы, Парын көтһөн – яңғыҙ балдаҡтар... Үтенептәр һорайым мин Раббымдан, Иҫән ҡайтһын беҙҙең – һалдаттар!!! Ҡайтығыҙ һеҙ ғәзиз Һалдаттар!!! Рузаль Минғажов

Иҫән ҡайтһын беҙҙең – һалдаттар!!!
Иҫән ҡайтһын беҙҙең – һалдаттар!!!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: