Хоспис ҡаланың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм 13 мең квадрат метр майҙанды биләй. Дауахана 60 койка-урынға иҫәпләнгән, шуның 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләре һәм туғандары өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәһе ҡаралған.
Әле бында төҙөлөш эштәре тамамланыу өҫтөндә. Өфө ҡалаһы Инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов һөйләүенсә, майҙанда һуңғы ҡат асфальт түшәү ҡалған, көндәр йылытыу менән хоспис биләмәһен төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре башланасаҡ.
Бинаның эсендә иһә ишектәр, түшәмдәр ҡуйып, буяу-ағартыу эштәре бара. Мартта иҙән түшәү планлаштырыла. Газ ҡаҙанлығы, дизель электростанцияһы, йылытыу, электр һәм һыу селтәрҙәре файҙаланыуға әҙер. Хоспис өсөн медицина ҡорамалдары ла һатып алынған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикаға бындай учреждениеның кәрәклеген билдәләп үтте.
– Объект юғары әҙерлек кимәлендә. 2023 йылдың йәйендә пациенттар ҡабул итә башлаясаҡ, – тине ул. – Ул беҙҙең республикала тәүге хоспис. Хатта Рәсәйҙә хоспис итеп проектланған тәүге учреждение. Ғәҙәттә бының өсөн элекке булған объекттарҙы файҙаланалар ине.