Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 10:48

Эш хаҡы буйынса бурыстар ҡаралды

БР Хөкүмәтенең ведомство-ара ултырышында республикала эш хаҡы буйынса бурыстар хаҡында фекер алыштыҡ, тип хәбәр итә «Бәйләнештә» сайтында  Премьер-министр Андрей Назаров.

Эш хаҡы буйынса бурыстар ҡаралды
Эш хаҡы буйынса бурыстар ҡаралды

 

2022 йылда 68 ойошма хеҙмәткәрҙәренә 180 млн һумдан ашыу бурысты тулыһынса йәки өлөшөләтә  ҡайтарырға мөмкин булды. Эш хаҡы буйынса бурсылы ойошмалар исемлеге ҡыҫҡарҙы, әммә проблема һаман бар әле.

Бөгөн «Востокнефтезаводмонтаж» акционерҙар ойошмаһының хәлен ҡараныҡ. Был республикабыҙҙың иң ҙур предприятиеларының береһе, 60 йылдан ашыу эшләп килә.
 2020 йылдан алып уның финанс хәле насарая башланы, сәбәбе – контрагент тарафынан килешеү бурыстарын үтәмәү.  Һөҙөмтәлә эшселәр алдында эш хаҡы буйынса бурыстар барлыҡҡа килде.

Республика  предприятиеның артабан эшләүен дауам итеүе менән ҡыҙыҡһына, шунлыҡтан Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәт тарафынан компанияға һалым түләүҙе кисектереп тороу тураһында, өҫтәмә кредитлау кеүек   бер нисә сара күрелде. Мәсьәләне хәл итеүҙең яңынан-яңы юлдарын эҙләп торабыҙ.

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына «Востокнефтезаводмонтаж» подряд эштәре өсөн яңы объекттар формалаштырырға ҡушылды.    

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: