Биш номинация ҡаралған: халыҡ йыры, халыҡ музыкаһы, халыҡ бейеүе, халыҡ оҫтаһы һәм традицион халыҡ мәҙәниәте. Был премия халыҡ ижады һәм сәнғәтенең иң билдәле шәхестәрен асыҡлау, Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен тааратыу, һаҡлауҙа уларҙың ҡаҙанышын таныу өсөн тапшырыла.
Кандидаттар мәҙәниәт буйынса төбәк власть органдарынан 31 мартҡа тиклем күрһәтелә.
Премия күләме – 500 мең һум. Түшкә таға торған билдә һәм лауреат дипломы ла бирелә. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтә.
Әйткәндәй, 2021 йылғы премияны Башҡортостандан башҡорт халыҡ эпостарын һөйләүсе сәсән, халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдарын яһау оҫтаһы Илһам Байбулдин да алғайны.