Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраля 2023, 05:55

Балаларын йүнләп ҡарамаған һәм туҡмаған

Белоретта өс бала әсәһенә ҡарата асылған енәйәт эше судҡа тапшырылды. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Балаларын йүнләп ҡарамаған һәм туҡмағанБалаларын йүнләп ҡарамаған һәм туҡмаған
Балаларын йүнләп ҡарамаған һәм туҡмаған

 

2022 йылдың авгусында полицияға Белоретта йәшәүселәрҙән 10 һәм 8 йәшлек ике баланың урам буйында хәйер йыйыуҙары тураһында сигнал килә. Шаһиттар ҡатындың балаларын туҡмауы һәм спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы хаҡында һөйләй. Бәләкәй ике йәшлек улын да  ул фатирҙа бер үҙен бикләп ҡалдырған.

 

Өлкән балаларҙы тартып алғандар һәм социаль приютҡа урынлаштырғандар. Кескәй баланы дауаханаға алып киткәндәр. Быға тиклем балаларҙың әсәһе Белорет районы хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла иҫәптә торған, сөнки бер йыл эсендә унан ике тапҡыр балаларын тартып алған булғандар.

Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ҡатын эшкә урынлашҡан һәм эсеүҙән туҡтаған, ләкин 2022 йылдың июлендә йәнә спиртлы эсемлектәр менән мауыға башлаған һәм ата-әсә вазифаһын башҡарыуҙан туҡтаған. Күршеләре балаларҙың һәр саҡ ас йөрөүен, кейергә кейемдәре юҡлығын әйтә. Шулай уҡ әсә кеше балаларын йыш ҡына ҡайыш менән туҡмаған.

  Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү тамамланған. Материалдар ҡарау өсөн судҡа тапшырылған. Полицейскийҙар опека органдары менән берлектә әсәне ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында мәсьәләне хәл итә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас