Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: муттарҙан зыян күреүселәргә аҡсаны мутлашыусыларға ярҙам иткән курьерҙар ҡайтарасаҡ. Рәсәй судтарында ошондай ҡарарҙар сығарыла ла башланы.
Республикабыҙ судтары ла бындай тәжрибәне ҡабул итте. Мәҫәлән, 2022 йылдың декабрь айында Октябрьский ҡала суды Өфөнән 21 йәшлек егеткә шундай ҡарар сығарҙы. Был курьер егет Октябрьскийҙа йәшәгән ике пенсионерҙан 200 мең һумдан ашыуыраҡ аҡса алып, үҙенең "эш биреүселәренә" ебәргән. Тағы ла бер әбейҙән ул 800 мең һум алырға маташҡан, ләкин пенсионер аңына килеп, аҡсаһын бирмәгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре йәш аферисты тотоп, суд мутлыҡ факты буйынса уны шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм иткән, әбейҙәргә 215 мең һум зыянды ҡапларға ҡушҡан. Егет хәҙер үҙе лә ҡыуанып бөтә алмайҙыр, әлдә өсөнсө әбей 800 мең һумды бирмәне, тип...
Алдан тикшереү органдары һәм судтар бындай курьерҙарҙың: "Ҡылығымдың енәйәткә ҡағылышы барҙыр, тип уйламаным, белмәнем" тип әйтеүҙәрен бынан ары иҫәпкә алмай.
- Һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың был позицияһы аңлашыла, - тип иҫәпләй юрист, БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Наил Ишморатов. - Ысын курьер илтеүсе хеҙмәттә эшләй һәм эш хаҡын ала. Ә енәйәт эштәре фигуранттарын "эш биреүсе" менән бәйләнеш тә, "эш хаҡы"ның суммаһы ла, аҡса биргән кешеләрҙең илаған, ҡурҡҡан булыуҙары ла һиҫкәндермәй икән, ти... Тиҙҙән ялған курьерҙарға яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн бөтә һылтауҙар юлы ла ябыласаҡ, тип уйлайым. Еңел генә аҡса эшләргә теләгән кешеләрҙең барыһын да иҫкәртер кәрәк - муттарҙан зыян күреүселәргә зыянды ҡаплау бурысы тулыһынса уларҙың иңенә ятасаҡ.
Ошо көндәрҙә генә Туймазы районы оперативниктары "яҡынығыҙ бәләгә тарыны" тигән схема буйынса алданған өс пенсионерҙың аҡсаларын алған ике студентты тотҡан.
Курьерҙарға 16 һәм 20 йәш, икеһе лә урта һөнәри белем биреү йортонда уҡый. Улар "эште" интернет-мессенджерҙа тапҡан. Зыян күләме 500 мең һумдан ашыуыраҡ. Был ике студентҡа ҡарата енәйәт эше асылған, ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлектәре тикшерелә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.