Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль 2023, 11:10

Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иҫкәртә: тағы бер вирус ҡотора...

Рәсәйҙең “Роспотребнадзор”ы туристарға эпидемиология йәһәтенән “таҙа” илдәрҙе һайлап ҡына йөрөргә ҡуша.

Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иҫкәртә: тағы бер вирус ҡотора...
Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иҫкәртә: тағы бер вирус ҡотора...

Марбург вирусы таралыуы ихтимал. Экваториаль Гвинеяла туғыҙ кеше үлгән, йәнә 16-һы сирле булыуы мөмкин.

Шуға ла “Роспотребнадзор” санитар-карантин контролен көсәйтә. Әгәр ҙә сит илдәргә сығырға уйлаһағыҙ, ундағы эпидемиологик хәл-торошто өйрәнегеҙ, тип иҫкәртә белгестәр.

Был вирус Эбола һымаҡ уҡ ҡурҡыныс, шуның "туғаны" һанала. Ул емеш ашаусы ярғанаттарҙан йоға. Вирус иң тәүҙә күҙгә зарар килтерә. Үкенескә күрә, марбургҡа ҡаршы дарыу ҙа, вакцина ла юҡ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: