+11 °С
Дождь


Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 33 иҫерек водителде тотҡан, шуларҙың дүртәүһе эскән килеш икенсегә тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.