Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 09:29

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу тураһында

Алдараҡ пенсия алыу хоҡуғы йәшкә, пенсия коэффициенттарына, һөнәргә һәм башҡа категорияларға (бөтәһе 30-ҙан ашыу) бәйле. Тулы исемлекте «Страховка пенсиялары тураһында»ғы законда ҡарарға мөмкин.

Ваҡытынан алда пенсияға сығыу тураһында
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу тураһында
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу - ҡартлыҡ буйынса түләүҙәрҙе дөйөм билдәләнгән йәштән алдараҡ алыу ул:
- Оҙайлы хеҙмәт стажы - ваҡытынан алда пенсияға сығыу ысулдарының береһе. 42 йыл эш стажы булған ир-егеттәр һәм 37 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар 2 йылға алдараҡ пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә. Шул уҡ ваҡытта, ир кеше - 60, ҡатын-ҡыҙ 55 йәштән йәшерәк булмаҫҡа тейеш.
- Әгәр эшкә урынлашыу мөмкинлеге юҡ икән, пенсия алды йәшендәге кешеләр (предприятие бөтөрөлөү йәки хеҙмәткәрҙәр штатын ҡыҫҡартыу сәбәпле эштән киткәндәр) яңыса пенсия йәшенән 2 йылға алдараҡ пенсияға сығырға мөмкин.
- Күп балалы ҡатын-ҡыҙҙар түбәндә күрһәтелгән йәшкә еткән осраҡта ваҡытынан алда (хеҙмәт стажы 15 йыл булғанда) пенсияға сыға ала: өс бала булғанда - 57 йәштә; дүрт бала булһа - 56 йәштә; биш бала булғанда - 50 йәштән.
Ваҡытынан алда пенсия алыу хоҡуғы йәшкә, пенсия коэффициенттарына, һөнәргә һәм башҡа категорияларға (бөтәһе 30-ҙан ашыу) бәйле. Тулы исемлекте «Страховка пенсиялары тураһында»ғы законда ҡарарға мөмкин: https://vk.cc/clzK63
Ваҡытынан алда пенсия юллай башлар алдынан кешенең уны алыу өсөн төп ике шартҡа тап килеүен - кәрәкле пенсия стажы туплауын һәм ошо ташлама менән файҙалана алырлыҡ йәшкә етеүен асыҡларға кәрәк.
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн Социаль фондҡа түбәндә күрһәтелгән ысул менән ғариза бирергә:
- Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетта https://es.pfrf.ru/#services-f
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында https://www.gosuslugi.ru/600110/1/form
- Күп функциялы үҙәктә https://mfcrb.ru/?page_id=4014
Пенсия системаһы тураһында ентеклерәк мәғлүмәт һылтанма буйынса – https://sfr.gov.ru/grazhdanam/zakon/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: