Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 14:50

Үҙ улын сәнсеп үлтергән

Әле әсә кеше ҡулға алынған, тикшереү эше бара.

Үҙ улын сәнсеп үлтергән
Үҙ улын сәнсеп үлтергән

Краснокама район-ара суды үлтереүҙә ғәйепләнгән 61 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм сараһын һайлай.

Билдәле булыуынса, өлкән йәштәге ҡатындың ике улы бар. Береһе айырым йәшәй, икенсеһе әсәһе менән бергә, сөнки сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, уға даими тәрбиә кәрәк. Фажиғә буласаҡ көндө 39 йәшлек улы әсәһенә спиртлы эсемлек менән ҡунаҡҡа килгән. Уны ҡулланғандан һуң, туғандар араһында бәхәс сыға. Ир аш-һыу бүлмәһендә һауыт-һабаны ҡыйрата башлай. Был хәлдән йонсоған әсәһе түҙмәгән, күрәһең, аш бүлмәһенән бысаҡ алып, улының ҡорһағына сәнскән. Һуңынан күршеләренә йүгергән, тегеләре “Тиҙ ярҙам” һәм полиция саҡыртҡан.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: