Яңы һығылған кишер һуты тиҙ арала тымауҙан ҡотолорға ярҙам итә. Бының өсөн кишер һутына 1: 1 нисбәтендә үҫемлек майы ҡушып бутарға һәм бер нисә тамсы һарымһаҡ һуты өҫтәргә. Был ҡатнашманы көнөнә 3-4 тапҡыр танауға тамыҙырға. Дауалауҙы тиҙ арала башлағанда, иртәгәһенә үк еңеллек тойорһоғоҙ. Дауаланыу ваҡытында бал һәм лимон менән үлән сәйе эсеү ҙә зыян итмәй.