Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 15:18

СВО-ла һәләк булған Айҙар Айытҡолов менән хушлаштылар

Бөгөн ауыр яңылыҡ мәғлүм булды: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡоловтың улы Айҙар махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған.

СВО-ла һәләк булған Айҙар Айытҡолов менән хушлаштылар
СВО-ла һәләк булған Айҙар Айытҡолов менән хушлаштылар

  

   Айҙар Азат улы Айытҡолов менән  хушлашыу  яугирҙең әсәһенең  тыуған яғы – Ҡырмыҫҡалы районы Мөҡсин ауылында  үтте.

Айҙар Азат улы 1982 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Ф Мостафина исемендәге 20-се мәктәпте тамамлағас,  Өфө хореография училищеһында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала.  

   Айҙар Айытҡолов эшҡыуар була,  «Метро», «Касторама» сауҙа компанияларында эшләй, "Владимир ишектәр фабрикаһы"ның төбәк филиалын етәкләй, һуңынан Мәскәүгә күсә.  2022 йылдың авгусында  ҡыйыу һәм батырҙарса ҡарар ҡабул итеп, үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китә.
 Луганск халыҡ республикаһының Артемовск ҡалаһы янындағы  ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк була. Геройҙың ҡатыны Эльмира һәм өс балаһы  етем ҡалды…

 Әсәһе Фәниә Сабирйән ҡыҙының, атаһы Азат  Миңлеғәле  улының,  ҡатынының һәм ҡыҙҙарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, Герой!

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас