Документты Рәсәй Хөкүмәтенән индергәндәр. Аңлатмала яҙыуҙарынса, закон проекты күп милләтле илебеҙҙә рус теленең, дәүләт теле булараҡ, берләштереүсе роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Рус әҙәби телен ҡулланыуҙың норматив һүҙлектәре, норматив грамматикаһы һәм белешмәһе төшөнсәләре индерелә. Иң мөһиме - телде сит телдәге һүҙҙәрҙән һаҡлаясаҡ. Әгәр ҙә рус телендә теге йәки был телдәге һүҙҙең (күбеһенсә инглизсә) тәржемәһе бар икән, тимәк, ул һүҙҙе ҡулланмаҫҡа.
Был закон күптән кәрәк. Сөнки күреп тораһығыҙ, айырыуса инглиз һүҙҙәре тормошобоҙға шаулап килеп инде. Һәм был русса һөйләштә генә түгел, ә илебеҙҙәге башҡа телдәрҙә лә асыҡ күренә. Ниндәйҙер ART-Ҡоролтай, БәлешFest, тағы әллә нимәләр тип атайбыҙ бит сараларҙы ла. Һанай китһәң, артыҡ сит тел һүҙҙәре күп ул...