Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраля 2023, 04:34

Ратмир Мәүлиев: "Төҙөкләндереү эштәре апрелдә башланасаҡ"

Баш ҡала хакимиәте етәксеһе Октябрь районында "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса төҙөкләндереләсәк ихатаға ҡараған йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашты.

Ратмир Мәүлиев: "Төҙөкләндереү эштәре апрелдә башланасаҡ"Ратмир Мәүлиев: "Төҙөкләндереү эштәре апрелдә башланасаҡ"
Ратмир Мәүлиев: "Төҙөкләндереү эштәре апрелдә башланасаҡ"

Өфөнөң Октябрь проспекты 65/1, 65/2-се, Шәфиев урамындағы 28-се йорттар алдында апрелдә төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ. 

Был турала социаль селтәрҙә баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итә. Уның "Бәйләнештә"ге шәхси сәхифәһендә яҙылыуынса, бында Рәсәй Геройы Максим Серафимов йәшәгән.

Төҙөкләндереүҙә халыҡ теләге иҫәпкә алынасаҡ. Йәшеллек, хәүефһеҙлек, уңайлы ял зоналары буласаҡ.

Әйткәндәй, быйыл Өфөлә 17 ихата биләмәһе ремонтланасаҡ.

Фото: vk.com (Ратмир Мавлиев).

Ратмир Мәүлиев: "Төҙөкләндереү эштәре апрелдә башланасаҡ"
Ратмир Мәүлиев: "Төҙөкләндереү эштәре апрелдә башланасаҡ"
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас