Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 17:35

Парк яңырыу кисерә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Нефтехимиктар паркы яңырыу кисерә.  

Парк яңырыу кисерә
Парк яңырыу кисерә

 

Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров бына нимәләр яҙа:

«Совет осоронда  Өфөнөң Нефтехимиктар паркына инеү бына шундай булды. Был паркты төҙөкләндерә башлағас, ветерандарыбыҙ һәм күрше йорттарҙа йәшәүселәр ошо инеү урынын тергеҙеүҙе һораны. Беҙ шулай эшләйбеҙ ҙә. Фотола тап инеү төркөмөнөң яңы колонналары эргәһендә торам. Нимәһен йәшерергә, мин колонналар яратам.

Паркты быйыл май аҙағында файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Һуңынан мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы фонтанды яңыртыуға һәм күрше скверҙарҙы төҙөкләндереүгә тотонабыҙ».

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: