Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 16:35

Лизингҡа күп техника һатып алғанбыҙ

Ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин иткән иң ҙур компания - «Росагролизинг» дәүләт компанияһы 2023 йылғы сәсеүгә техника менән тәьмин итеү буйынса  әүҙем эшләгән  ун төбәкте атаны.

Лизингҡа күп техника һатып алғанбыҙ
Лизингҡа күп техника һатып алғанбыҙ

 Башҡортостан Республикаһы рейтингта 4-се урынды биләй. Алдағы сәсеү эштәренә аграрийҙар 2,7 миллиард һумға 506 берәмек төрлө ауыл хужалығы техникаһы һатып алған, был уҙған осорҙағы күрһәткестәрҙән ике тапҡырға күберәк, тип билдәләнеләр «Росагролизинг» компанияһының матбуғат хеҙмәтендә.

 –  «Росагролизинг»та техника һатып алыу буйынса Башҡортостан беренсе тапҡыр ғына түгел. Аграрийҙарыбыҙ компанияның программалары менән әүҙем файҙалана, 2022 йылда улар 3,7 миллиард һумға лизингыға 650 берәмек техника һатып алған, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары , ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Компанияның льготалы программалары - ауыл хужалығы предприятиеларының техник паркын яңыртыуҙың яҡшы ҡоралы. Улар сәсеү кампанияһы алдынан техника һәм ҡорамалдар менән яҡшы ҡоралланырға мөмкинлек бирә.

 

Башҡортостан аграрийҙары агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу республика программаһы сиктәрендә тулыһынса һатып алынғандан һуң лизинг техникаһына сығымдарҙың 50 процентҡа тиклемен ҡаплай ала. Шулай уҡ аванс түләүгә сығымдар ҙа субсидияланырға тейеш.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас