Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 12:10

Гүзәл Уразоваға сихыр эшләгәндәрме?

Йырсы күңелһеҙ хәлгә тарыған.

Гүзәл Уразоваға сихыр эшләгәндәрме?
Гүзәл Уразоваға сихыр эшләгәндәрме?

Гүзәл Уразованың оҙон бирсәткә менән кейә торған бер еңле, тәненә һыланып торған ҡара сәхнә күлдәге юғалған. Ул үҙе аптырап, был хаҡта социаль селтәрҙә хәбәр иткән.

  • Был күлдәк башҡа юҡ. Туймазылағы концерттарҙан һуң юғалды. Ул, ғәҙәттәгесә, костюм кофрына эленергә тейеш ине. Концертта кейә торған 11 костюмдың береһе юҡҡа сыҡты. Туймазы мәҙәниәт йортоноң бер генә лә эҙләмәгән ере ҡалманы. Хатта урамдағы сүплекте лә аҡтарҙыҡ. Кемгә кәрәк булғандыр, аңламайым.

Был күлмәктең лекарын шылтыратып һорағайным. Унда ла – мистика! Бөтөн күлдәктәремдең лекары, фотоһы һаҡланған, ә был күлдәктеке – юҡ....

Тегелеше буйынса ауыр күлдәкте рәсеме буйынса ғына тегергә ризалашыусылар күп булманы. 2 көндә Ырымбурҙашул күлмәкте тектерҙем. Ольга Николаевна, Инесса, ҡыҙҙар, ҙур рәхмәт инде һеҙгә! Ике тәүлек буйы, өйҙәренә лә ҡайтмай, тегеп бирҙеләр. Хәҙер инде тыныс кңүел менән Һарытауға ҡуҙғалабыҙ. Иртәгә кейеп күрһәтермен, – тигән йырсы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: