Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 18:00

Файҙалы кәңәш

 Ҡапҡасы ябыҡ тороп еҫләнгән банканы 1  ҡалаҡ горчица һалынған йылы һыу менән йыуығыҙ.  Ҡапҡасы ябыҡ тороп еҫләнгән банканы 1  ҡалаҡ горчица һалынған йылы һыу менән йыуығыҙ.  Диванда, балаҫта ҡалған бесәй йөнөн еүеш перчатка ярҙамында һөртөп таҙартырға булла.  Ишек йоҙағы асылмай интектерһә, уны графит менән майлағыҙ. Бының өсөн « М» маркалы ҡәләм яҡшы.  Таҙартылмаған көнбағыш майы алһағыҙ, һәр ваҡыт шешәнең төбөн тикшерегеҙ. Төбөнә аҡ төпрә ултырһа, ул әсей башлаған була.  Ҡапҡасы асылған майҙы дүрт аҙнала ҡулланып бөтөргә кәрәк.  Зәйтүн майын ҡараңғы урында, шкафта һаҡлайҙар.  Лимон янында һаҡланған емештәр боҙолмай оҙаҡ һаҡлана.  Картуфығыҙ шытмаһын тиһәгеҙ, тоҡ эсенә алма һалығыҙ.  

Файҙалы кәңәш
Файҙалы кәңәш

Ә һеҙ ниндәй файҙалы кәңәштәр беләһегеҙ?

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: