Бөгөн республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бөтә хәрбиҙәргә Берҙәм логистик үҙәктән сираттағы гуманитар конвой ебәрелгән.
Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.
«Сираттағы ылау Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ойошторолдо. Был көн – ысын мәғәнәһендә уларҙың байрамы. Өйҙән алыҫта булғанда яҡташтарыбыҙ үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй, Тыуған илен һаҡлай. Беҙҙең яугирҙар бөтә ерҙән дә үтә алған 22 еңел автомобиль, махсус техника, мейес - буржуйкалар, генераторҙар, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ағас, таҡта, күсмә мунса, элемтә саралары һәм, әлбиттә, туғандарынан һәм яҡындарынан посылка аласаҡ. Был юлы беҙ 6 хәрби часть өсөн йөк тапшырасаҡбыҙ. Гуманитар ярҙамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ.
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!»– тигән ул.