Быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында район данын яҡлаясаҡ Бикбулат ауыл ир-егеттәре "Мораҙым тарлауығы"нда кәңәшмә үтәсәк бина алдына ҙур тирмә урынлаштырҙы, тип хәбәр итәләр ауылдың социаль селтәрҙәге төркөмөндә. "Ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән һыйлап ҡаршы алды Бикбулаттар. Тирмә эсендә ҡунаҡтар өсөн халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен сағылдырған күргәҙмә ойошторолдо.
"Ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн бындай кәңәшмәләр, ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеү, фекер алышыу бик мөһим", тине Урал ауыл биләмәһе башлығы Илнур Сәйфуллин", - тип яҙылған унда.
Фото: vk.com