Граждандарҙың һорауҙарына депутаттар, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, прокуратура, хәрби комиссариаттар, пенсия һәм социаль страховкалау фонды белгестәре, юристар, табиптар, приставтар яуап бирәсәк.
СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Теләүселәр был көндө махсус хәрби операциялағыларға гуманитар ярҙам да килтерә ала.