Кемдәргә тейеш: бар ғаиләләргә лә.
Күпме: 9880 һум йәки эшләгән кешенең уртаса эш хаҡының 40 проценты.
Нисек алырға: балаға 1,5 йәш тулғансы ҡараусы ата-әсәгә түләнә. Был аҡсаны әсәй кеше, шулай уҡ атай кеше лә, шулай уҡ баланы ҡараусы башҡа яҡын туғандары, опекундары ла алырға хоҡуҡлы.
Эшләгән кешеләргә ул эш урыны буйынса түләнә, ә эшләмәгәндәр РФ Социаль фонды йәки йәшәгән урыны буйынса Күп функциялы үҙәк аша ала.