Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль 2023, 21:30

Ҡауаҡтан нисек ҡотолорға?

Өй шарттарында баштағы ҡауаҡты нисек бөтөрөргә була?

Ҡауаҡтан нисек ҡотолорға?
Ҡауаҡтан нисек ҡотолорға?

 

Ике йомортҡа һарыһы, ике ҡалаҡ бал, ике ҡалаҡ дегәнәк майы алабыҙ. Барыһын бергә бутап, ошо массаны ярты сәғәткә  баш тиреһенә һылайбыҙ. Һуңынан сәсте тарап, шампунь менән йыуабыҙ. Был файҙалы масканан һуң сәстәрегеҙ ҙә ҡойолмаҫ.

 Шулай уҡ  ҡауаҡтан ҡотолоу өсөн алма һеркәһе менән һыуҙы 1:2 нисбәтендә алып, сәскә һиптерергә була. Сәс еүешләнгәс, таҫтамал менән урап, 15 минут тотоғоҙ һәм сайып төшөрөгөҙ. Сәстәрегеҙ ҙә ялтырап китер.

 

Фото: promedonline.net

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: