Туймазылағы медицина колледжы студенттары Альберт Нурмөхәмәтов менән Денис Николайчев уамда ҡапыл хәле насарайып киткән оло йәштәге иргә ярҙам иткән. Йәштәр һөйләүенсә, улар машинала китеп барған һәм ҡапыл ҡырынайып ҡолай башлаған бабайҙы күреп ҡалған.
«Иң беренсе бабайҙың хәле хөрт икәнен Денис күреп ҡалды һәм машинаны туҡтатырға ҡушты. Машинаны туҡтаттым да тиҙ генә янына йүгереп барҙыҡ», – тип иҫләй Альберт.
Пенсионер үҙем менән нимә булғанын да, адресын да йүнләп кенә әйтә алмай, тик фатирының номерын ғына әйтә. Егеттәр яҡындағы йортҡа барып, ул әйткән фатирға шылтыраталар. Бәхеткә, ишекте ирҙең ҡыҙы аса. Ул атаһына ярҙамға ташланған егеттәргә уның диагнозын әйтә һәм йәштәр «Ашығыс ярҙам» саҡыртырға була. Табиптар килгәс, үҙҙәре артабан юлдарын дауам итә.
Бер нисә көндән буласаҡ табиптар бабайҙың барып хәлен белә. Үҙенең ҡотҡарыусыларын таныған пенсионер ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Альберт менән Денис әле өсөнсө курста белем ала. Был хәлдән һуң улар һөнәрҙе дөрөҫ һайлауҙарына тағы бер ҡат инана. Колледждан һуң икәүһе лә медицинаға юлдарын дауам итмәксе.