Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 10:21

Яңы һөнәргә бушлай уҡытыу программаһы старт алды

“Демография” милли проектының ”Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты буйынса, был программала 50 йәштән өлкәндәр, өс йәшкә тиклемге балаһы менән декретта ултырыусылар, мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған эшләмәүсе әсәләр, эшһеҙҙәр йә эшен юғалтыу хәүефе булғандар, шулай уҡ 35 йәшкә тиклемге айырым категория граждандары ҡатнаша ала.

Былтыр ошо мөмкинлек менән 6,3 меңдән ашыу кеше файҙаланған. Шуларҙың 84 проценты эшкә урынлаштырылған. Был – Рәсәй субъекттары араһында иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе.

Әйткәндәй, былтыр квота 5010 кешегә иҫәпләнһә лә, теләүселәр һаны күп булғанлыҡтан, 6335 кеше уҡытылған.

Программала ҡатнашыу буйынса ғаризаны «Работа России» порталында онлайн бирергә була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: