Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 18:35

«Йәйәүле» иҫкәртеү сараһы башлана

16 февралдән 22-нә тиклем Өфөлә «Йәйәүле» иҫкәртеү сараһы уҙғарыла. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

«Йәйәүле» иҫкәртеү сараһы башлана
«Йәйәүле» иҫкәртеү сараһы башлана

Республиканың ЮХХДИ башлығы һүҙҙәренсә, Өфөләге бөтә аварияларҙың өстән бер өлөшөн йәйәүлеләрҙе тапатып китеү биләй. Уҙған йылда баш ҡалала йәйәүлеләрҙе бәрҙереүҙең 543 осрағы теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары водителдәр менән генә түгел, йәйәүлеләр менән дә эшләй. Йәйәүлеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен йыш боҙған урындар айырым контролгә алына, бынан тыш, йәйәүлеләргә юл бирмәгән водителдәргә лә иғтибар бүленә.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: