Улым ҡайтыр
Мин дә һалдат, улым менән
Атакаға күтәреләм.
Йәп - йәш кенә егеттәрҙең
Яуҙа ауғандарын күрәм.
Туптар шартлай баш осонда,
Ҡар бураны күтәрелә.
Еңеү янда тигән өмөт
Бер уяна, бер һүрелә.
Дошман уяу, беҙ ҙә көслө,
Ике яҡтан арта ҡорбан.
Нимә генә булғанда ла
Сигенеү юҡ артҡа табан.
Еңелгәнде көтә күптәр,
Ярҙам һорап баш эйгәнде.
Тарихтан һуң табып ҡара
Ата - бабам теҙләнгәнде.
Улым яуҙа, мин дә һалдат,
Күҙгә йоҡо эленмәй ҙә.
Һуғыш ҡасан тамамланыр,
Һис бер осо күренмәй ҙә.
Ҡасан ҡайтыр улым яуҙан,
Ҡасан асыр өй ишеген,
Ҡыуаныстан ҡасан кибер
Түгелергә торған йәшем?..
Килер ул көн, улым ҡайтыр,
Ейәндәрем ҡаршы алыр.
Һуғыш һалған яралар ҙа
Бер көн килеп тим юғалыр.
Рәмзиә Монасипова