Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 15:14

Сибайҙар батыр улы менән хушлашты

Бөгөн бында өлкән лейтенант Марат Рәфҡәт улы Мәхейәновты һуңғы юлға оҙаттылар. Ул былтыр 26 октябрҙә мобилизация буйынса СВО-ға алынған, быйыл 26 ғинуарҙа хәрби бурысты үтәгәндә һәләк булған.

Сибайҙар батыр улы менән хушлашты
Сибайҙар батыр улы менән хушлашты

РФ президенты указына ярашлы М.Мәхейәнов үлгәндән һуң хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Орден яугирҙең әсәһе Гәүһәр Абдулла ҡыҙына тапшырылды.  

Белешмә:

Марат Рәфҡәт улы Мәхейәнов 1972 йылдың 19 февралендә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән. техник яҡтан юғары белем алған, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Ҡул көрәше һәм самбо буйынса ҡаҙаныштары булған, хәрби хәрәкәт ветераны исемен алған. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: