Йырсы Элвин Грей социаль селтәрҙә Рәсәй артисы Шура менән берлектәге видеояҙмаһын урынлаштырған. Элвин Грей уның популяр йырҙарының береһен йырлаған. «Отшумели летние дожди» тигән тәүге юлынан уҡ уға Шура үҙе лә ҡушылған, ләкин ҡапыл уны өҙөп, киләһе юлдарҙы аҡса түләһәләр генә йырлаясағын әйткән.Шураның көтөлмәгән шаяртыуы йырсыларҙы көлдөргән. Элвин Грей ҙа юғалып ҡалмай, яҡшы, түләйбеҙ беҙ уны, ти яуап ҡайтарған.
«Изгелек ҡыл... Изге, ыңғай, ғәҙел, кешелекле ...» – тип яҙҙы Элвин Грей социаль селтәрендә Шура хаҡында.
Фото: Т. Аманов