Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 16:00

«Самауырлы ритайым»ға рәхим итегеҙ!

16 февраль Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Музейҙа матур осрашыу» проекты сиктәрендә «Самауырлы ритайым» сараһы үтәсәк. Дәртле, дарманлы, рухлы егеттәр һәм ҡыҙҙар менән осрашыу, тарихи үткәндәрҙең тере шаһиттары булған ҡомартҡылар ҡуйылған этнографик залдар буйлап экскурсия, тәмле сәй, оҫталарҙың ҡул эштәре йәрминкәһе – быларҙың барыһы ла республиканың төп музейында!

«Самауырлы ритайым»ға рәхим итегеҙ!
«Самауырлы ритайым»ға рәхим итегеҙ!

Шулай уҡ музей фондында һаҡланған һәм һирәк күрһәтелгән әйберҙәр менән биҙәлгән тирмә янында фото төшөү мөмкинлеге лә бар.

Адрес: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14. Башлана 18:00 сәғәттә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: