Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән Айҙар Айытҡужин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Азат Әхәт улы һәм Розалия Сибәғәт ҡыҙы Айытҡужиндар менән әңгәмәләшкәндә Радий Хәбиров ысын патриот тәрбиәләгәндәре өсөн уларға рәхмәт белдерҙе.
Республика етәксеһе ата-әсәгә Айҙарҙың хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
- Беҙ һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләрен дауалауға, реабилитацияға Республика кардиология үҙәгенә ебәрергә ҡарар иттек. Унда улар өсөн махсус программа әҙерләнгән. Һаулыҡты нығытыу өсөн һеҙгә лә был мөмкинлекте файҙаланырға тәҡдим итәм, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған улығыҙ һәм башҡа егеттәр тураһында һис ҡасан онотмаясаҡбыҙ.
Айҙар Айытҡужиндың ата-әсәһе һөйләүенсә, район властары, ауылдаштары, улдарының хеҙмәттәштәре уларҙың ғаиләһен иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
- Семён-Петровское мәктәбендә улыбыҙ иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, район хакимиәте беҙҙең үтенестәребеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Беҙҙе хәстәрләгәндәре, улыбыҙҙың иҫтәлеге өсөн барыһына ла рәхмәт, - тине Азат Әхәт улы һәм Розалия Сибәғәт ҡыҙы.
Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/162044.html