Был турала республика етәксеһе социаль селтәрҙә хәбәр итә.
"Фотола - минән һулда Афғанстан ветераны Михаил Савельев. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Уңымда - улы Евгений. Ул СВО-ла ҡатнаша, әле ялға ҡайтҡан", - тип яҙған Радий Хәбиров.
Улар урындағы ветерандар, халыҡ менән бергәләп яугир-интернационалистарҙы иҫкә алған.
"Башҡортостандан афған яуында 10 мең яугир ҡатнашҡан, 343-ө һәләк булған. Беҙ бөгөн шул һуғышта ғүмерҙәрен биргән егеттәребеҙҙе иҫкә алабыҙ. Ватанды һаҡлаусыларға һәм әле махсус хәрби операция булыусыларға рәхмәт. Беҙҙең һалдаттар һәр ваҡыт батырҙарса көрәшә. Әле лә меңдәрсә егеттәребеҙ хәрби бурысын үтәй. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Һәләк булыусыларға - мәңгелек дан", - тиелә яҙмала.