Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 09:15

"Орсоҡ байрамы" үтте

Ҡариҙел районында “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Абдулла ауылы халҡы “Орсоҡ байрамы”н ойошторҙо.

"Орсоҡ байрамы" үтте
"Орсоҡ байрамы" үтте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, сараға ҡоролтай аппараты белгестәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, урындағы хакимиәт вәкилдәре, бала сағы ошо ауылда үткән беренсе класлы пилот, Рәсәйҙең һауа флоты отличнигы Р. Йәғәфәров килгән.
Абдулла ауылы клубы методисы Миләүшә Мусина белдереүенсә, был байрам осраҡлы ғына һайланмаған, нәҡ буранлы, оҙайлы ҡышҡы көндәрҙә ауыл халҡы барыбер үҙенең ваҡытын әрәм итмәгән, ниндәй ҙә булһа шөғөл табып, үҙе белгәндәрҙе тиҙ генә күршеһе, туған-тыумасаларына, дуҫ-әхирәттәренә өйрәтә һалған. Кис ултырыуҙар тора-бара матур өмә-байрамдарға әүерелеп, халҡыбыҙҙың гәүһәр күңел һандығында һаҡланып ҡалған.

Фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)

"Орсоҡ байрамы" үтте
"Орсоҡ байрамы" үтте
"Орсоҡ байрамы" үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: