

Йәйәүлеләр ҡағиҙәләрҙе йыш боҙған урындарҙы контроль аҫтына аласаҡтар. Шулай уҡ йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәгән автоһәүәҫкәрҙәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Автоинспекторҙар тарафынан аңлатыу эштәре алып барыласаҡ, административ тәьҫир саралары ла ҡулланыласаҡ, әлбиттә.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла шуны иҫтә тоторға тейеш: тәртип һәр кемдең үҙенән башлана.
Ғүмерҙе һаҡлайыҡ!
Фото: БР ЮХХДИ.