Малай саҡта кем һуң йүгермәгән?
Йүгерҙем бит мин дә, йүгерҙем.
Иртән ат ҡараным, быҙау ҡыуҙым,
Йүгереп ат уйнатып йөрөнөм.
Ҡайҙа ебәрмәһен әсәй мине:
- Йүгереп йөрө, - тине. - Йүгерҙем.
Күп нәмәгә, буғай, өлгөрмәнем,
Күп нәмәгә, буғай, өлгөрҙөм.
Йүгерҙем мин Һабантуйҙарында
Бүләк өсөн, мәҙәк өсөн дә.
Йүгерҙем мин төрлө йомоштарға:
Иләк өсөн, силәк өсөн дә.
Әллә инде бала сағымдан уҡ
Йүгерепме шулай йөрөгәс,
Әле булһа мине йүгертәләр,
Йә булмаһа, үҙем йүгерәм.
Тормоштоң да шулай булыуҙары
Ғәжәп түгел минең уйымса.
Мин йүгерәм күңел ҡушыуынса,
Вазифамдың әмере буйынса.
Ғүмер, ахыры, йүгереүҙән тора,
Әллә микән шуға тиҙ үтә?
Әллә инде үҙем бик тынғыһыҙ,
Әллә инде тормош йүгертә?
Миңә лә бер килер тыныр саҡтар,
Мин ятырмын ғорур, сер бирмәм.
Ул ваҡытта мине йүгертмәҫтәр,
Мин үҙем дә инде йүгермәм...
Әғзәм ӘМИНЕВ.