Мәсәғүттә үткән тантаналы сарала БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты.
– Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса беҙ республикала медицина колледждарының дүрт филиалын астыҡ. Беҙҙең өсөн ул ҙур ярҙам булып тора, сөнки кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Бөгөн Мәсәғүттә 25 кеше «Шәфҡәт туташы эше» буйынса белем ала, артабан тағы ла күберәк уҡыусылар ҡабул итәсәкбеҙ, – тине Айрат Рәзиф улы.
Яңы филиал Мәсәғүт муниципаль-ара үҙәгенең поликлиникаһында урынлашҡан. Уҡыу процесы өсөн парталар, ултырғыстар, таҡталар, ноутбуктар, компьютерҙар, принтерҙар, интерактив панель, телевизор һәм проекция экраны һатып алынған. Китапханала кәрәкле әҙәбиәт һәм электрон ресурстарға инеү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ манекендар, симуляторҙар, тренажерҙар ҙа алынған. Капиталь төҙөкләндереү һәм кабинеттарҙы йыһазландырыу өсөн республика бюджетынан 10 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Әлегә тиклем медицина колледжы филиалдары Октябрьский, Учалы һәм Нефтекама ҡалаларында асылғайны.