Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 16:50

Ғинуарҙа хаҡтары күтәрелгән аҙыҡ-түлектәр аталды

Башстат 2023 йылдың ғинуарында уҙған йылдың декабренә ҡарата аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың үҙгәреүе буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.

Ғинуарҙа хаҡтары күтәрелгән аҙыҡ-түлектәр аталды
Ғинуарҙа хаҡтары күтәрелгән аҙыҡ-түлектәр аталды

Мәҫәлән, күрһәтелгән осорҙа айырыуса помидорға, ҡыярға һәм һуғанға хаҡ артҡан. Үҫеш 39,8, 32,2 һәм 26,7 процент тәшкил иткән. Хәҙер был йәшелсәләрҙең килограмы уртаса 226,47 һум, 152,48 һум һәм 35,88 һум тора.

 

Хаҡтар төшөүе лә күҙәтелгән: ҡарабойҙай – 7,1, ярым ыҫланған колбаса – 5,8 һәм шәкәр –  3,7 процент арзанайған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: