Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраля 2023, 09:15

Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” форумы уҙасаҡ

Белеүегеҙсә, быйыл Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы иғлан ителде. Уның буйынса бик күп сара күҙалланған. БР Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указ буйынса әлеге форум да – шуларҙың иҫәбендә.

Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” форумы уҙасаҡӨфөлә “Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” форумы уҙасаҡ
Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” форумы уҙасаҡ

Документҡа ярашлы, “Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” форумы 5 майҙа Өфөлә үтә. Уға әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетына БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин рәйеслек итә. Бында шулай уҡ Забелиндың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, РФ Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бар. Ойоштороу комитетына ҙур ваҡиға программаһын төҙөргә кәрәк.

Фото: “Башинформ” (архив).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас