

Тикшереү барышында водителдең таныҡлығы юҡлығы, ә йөк машинаһы менән билдәләнгән тәртиптә идара итмәүе асыҡланған. Был хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Водитель, язанан ҡотолорға теләп, полиция хеҙмәткәрҙәренә ришүәт биргән һәм патруль автомобиле салонында аҡса ҡалдырған. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм саҡыртылған.
Водителгә ҡарата бер нисә административ материал төҙөлгән. Автомобиль махсуслаштырылған туҡталҡаға ҡуйылған. Водитель полиция бүлегенә килтерелгән.
Фото: Т. Аманов