Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 13:25

Өфөлә ике сабый тәҙрәнән ҡолап төшә яҙған

  14 февралдә кискеһен ҡотҡарыу хеҙмәтенә бер ҡатын шылтыратып, Өфөлә Яр буйы урамындағы 17-се йортта икенсе ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән ике бәләкәй баланың ҡарап тороуын хәбәр иткән. Был хаҡта ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә

Өфөлә ике сабый тәҙрәнән ҡолап төшә яҙған
Өфөлә ике сабый тәҙрәнән ҡолап төшә яҙған

Урынға ҡотҡарыусылар һәм полицейскийҙар ебәрелгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, баҫҡысты асыҡ тәҙрәгә ҡуйып, 2 һәм 4 йәшлек ике баланы фатирға индергән. Өлкәндәр өйҙә булмаған.

 

Тикшергән саҡта ҡотҡарыусылар сабыйҙарҙың йәрәхәттәрен тапмаған. Полицейскийҙар асыҡлауынса, әсә кеше балаларын яңғыҙҙарын ҡалдырып, аҙыҡ-түлек артынан магазинға сыҡҡан булған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: