Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 11:43

Өфө Һиндостандағы ҡала менән дуҫлашасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Евразия халыҡтары ассамблеяһының халыҡ-ара союзы вәкилдәренең Координация комитеты ултырышында ҡатнашты.

Өфө Һиндостандағы ҡала менән дуҫлашасаҡ
Өфө Һиндостандағы ҡала менән дуҫлашасаҡ

Сара барышында “Евразиаданы ҡаршылап” халыҡ-ара форумына әҙерлек барышы тикшерелде. Был спорт сараһы быйыл йәй Башҡортостанда үтә. Унда Рәсәйҙән, Азиянан, башҡа дуҫ сит илдәрҙән спортсылар, тренерҙар, көйәрмәндәр йыйыла.

Ултырышта шулай уҡ Башҡортостан менән Һиндостан ҡалалары араһында дуҫлыҡ килешеүе төҙөү тураһында һүҙ барҙы. Әйткәндәй, Башҡортостан вәкилдәре Делиҙа уҙасаҡ Евразия халыҡтары ассамблеяһы көндәрендә ҡатнаша. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата Һиндостанда дуҫ ҡалаһы (город-побратим) буласаҡ. Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль секретары Андрей Бельянинов был тәҡдимде хупланы.

Әле Өфөнөң ун шундай ҡалаһы бар: Төркиәлә, Ҡаҙағстанда,  Ҡырғыҙстанда, Белоруссияла һәм Ҡытайҙа.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Өфө Һиндостандағы ҡала менән дуҫлашасаҡ
Өфө Һиндостандағы ҡала менән дуҫлашасаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: